Яҡындағы бер сығышымда мин күп кешенең кәйефен ҡырған бер фекер әйттем: Python проекты өҫтөндә эшләү өсөн Java проектына ҡарағанда аҡыллыраҡ программистар табырға мөмкин, тинем.
Бының менән мин Java программистары аҡылһыҙ тимәнем. Мин Python программистары аҡыллы тигәнде күҙ уңында тоттом. Яңы программалау телен өйрәнеү — ҙур хеҙмәт. Һәм кешеләр Python-ды уларға эш табып бирәсәк өсөн өйрәнмәй; улар уны программалауҙы ихлас яратҡанға һәм үҙҙәре белгән телдәр менән генә ҡәнәғәт булмағанға күрә өйрәнә.
Шуға күрә тап улар — компаниялар эшкә алырға тейеш булған программистар. Бынан, яҡшыраҡ исем тапмағанлыҡтан, мин Python парадоксы тип атарлыҡ нәмә килеп сыға: әгәр компания үҙенең программа тәьминәтен сағыштырмаса эзотерик телдә яҙырға ҡарар итһә, ул яҡшыраҡ программистарҙы яллай аласаҡ, сөнки ул уны өйрәнерлек дәрәжәлә ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе генә үҙенә йәлеп итәсәк. Ә программистар өсөн был парадокс тағы ла асығыраҡ: яҡшы эш табаһығыҙ килһә, өйрәнергә кәрәкле тел — кешеләр уны тик эш табыу өсөн генә өйрәнмәгән тел.
Әлегә быны аңларлыҡ кимәлдә аҡыллы компаниялар һирәк. Ләкин бында ла үҙенә күрә бер һайлап алыу бара: тап ошо компаниялар программистар иң ныҡ эшләргә теләгән урындар булып тора. Мәҫәлән, Google. Улар Java программалаусылары өсөн эш урындарын белдергәндә, Python буйынса ла тәжрибә талап итәләр.
Киң ҡулланылған телдәрҙең барыһын да тиерлек белгән бер дуҫым үҙенең күпселек проекттары өсөн Python ҡуллана. Ул төп сәбәп итеп башланғыс кодтың тышҡы күренеше оҡшауын атай. Был бер телде икенсеһенән өҫтөн күреү өсөн еңел-елпе сәбәп кеүек күренеүе мөмкин. Ләкин был ишетелгәнсә еңел-елпе түгел: программалағанда һеҙ код яҙыуға ҡарағанда уны уҡыуға күберәк ваҡыт бүләһегеҙ. Скульптор балсыҡ киҫәктәрен эшкәрткән кеүек, һеҙ ҙә башланғыс код киҫәктәрен урынынан күсереп йөрөтәһегеҙ. Шуға күрә башланғыс кодты йәмһеҙ күрһәткән тел, скульпторға төйөрлө балсыҡ кеүек үк, талапсан программистың асыуын ҡбарта.
Йәмһеҙ башланғыс код тураһында һүҙ сыҡҡас, кешеләр, әлбиттә, Perl тураһында уйлаясаҡ. Ләкин Perl-дың өҫтөн-мөҫтөн йәмһеҙлеге — мин күҙ уңында тотҡан нәмә түгел. Ысын йәмһеҙлек — ҡаты күренгән синтаксис түгел, ә программаларҙы ялған концепцияларҙан ҡорорға мәжбүр булыу. Perl йәнһүрәт персонажының һүгенеүенә оҡшауы мөмкин, ләкин уның концептуаль яҡтан Python-ды уҙып киткән осраҡтары ла бар.
Һәр хәлдә, әлегә шулай. Ике тел дә, әлбиттә, бер урында тормай, үҫешә. Ләкин улар, Ruby (һәм Icon, һәм Joy, һәм J, һәм Lisp, һәм Smalltalk) менән бер рәттән, программалауға ысынлап та битараф булмаған кешеләр тарафынан барлыҡҡа килтерелгән һәм ҡулланыла тигән дөйөм һыҙатҡа эйә. Ә ундайҙар, ғәҙәттә, эште яҡшы башҡарыусылар була.