Иҡтисади хәл шул тиклем мөшкөл күренә, хатта ҡайһы бер эксперттар беҙҙе етмешенсе йылдар уртаһындағы кеүек ауыр осор көтә тип ҡурҡа.
Microsoft һәм Apple ойошторолған осорҙағы кеүек.
Был миҫалдар күрһәтеүенсә, рецессия стартап башлар өсөн шул тиклем үк насар ваҡыт түгел. Мин быны айырыуса яҡшы ваҡыт тип тә раҫламайым. Сынлыҡ ябайыраҡ: иҡтисадтың торошо нисек кенә булһа ла, ҙур роль уйнамай.
Шундай күп стартаптарға аҡса һалыу беҙҙе берәй нәмәгә өйрәткән булһа, ул да булһа уларҙың уңышы йәки уңышһыҙлығы нигеҙ һалыусыларҙың шәхси сифаттарына бәйле булыуы. Иҡтисад ниндәйҙер кимәлдә йоғонто яһай, әлбиттә, әммә уңышты алдан күреүҙә ул ойоштороусылар менән сағыштырғанда түңәрәкләү хатаһы ғына.
Был тигәнең, эште ҡасан башҡарыуығыҙ түгел, ә кем булыуығыҙ мөһим. Әгәр һеҙ тейешле кеше булһағыҙ, хатта насар иҡтисадта ла еңерһегеҙ. Әгәр түгелһегеҙ икән, һеҙҙе яҡшы иҡтисад та ҡотҡара алмаясаҡ. «Хәҙер стартап башламауым яҡшыраҡ, сөнки иҡтисад бик насар» тип уйлаусы кеше, «Доткомдар ҡабағы» осоронда «стартап башлаһам ғына булды, мин бай буласаҡмын» тип уйлағандар кеүек үк хаталана.
Шуға күрә, уңышҡа өлгәшеү мөмкинлектәрен арттырырға теләһәгеҙ, иҡтисад торошо хаҡында түгел, ә үҙегеҙгә кемде тейәшле нигеҙҙәш (кофаундер) итеп таба алыуығыҙ тураһында күберәк уйланырға кәрәк. Әгәр компанияғыҙҙың иҫән ҡалыуына янаған хәүефтәр өсөн борсолһағыҙ, уларҙы яңылыҡтарҙан эҙләмәгеҙ. Көҙгөгә ҡарағыҙ.
Ләкин теләһә ниндәй нигеҙ һалыусылар командаһы өсөн был ҡыйыу аҙымды яһар алдынан иҡтисад яҡшырғанын көтөү отошло булмаҫ инеме? Әгәр ресторан асаһығыҙ икән, бәлки, ләкин технологиялар менән шөғөлләнәһегеҙ икән — юҡ. Технологиялар фонд баҙарына артыҡ ҡарамай, үҙ аллы алға бара. Шуға күрә теләһә ниндәй идея өсөн насар иҡтисадта тиҙ эш итеүҙән алынған файҙа көтөп ултырыуға ҡарағанда ҙурыраҡ буласаҡ. Microsoft-тың тәүге продукты Altair өсөн Basic интерпретаторы булған. Был тап 1975 йылда донъяға кәрәкле нәмә ине, әммә Гейтс менән Аллен бер нисә йыл көтөргә ҡарар иткән булһалар, бик һуң булыр ине.
Әлбиттә, хәҙерге идеяғыҙ һуңғыһы булмаясаҡ. Яңы идеялар һәр ваҡыт табыла. Ләкин һеҙҙең бойомға ашырырға теләгән аныҡ бер идеяғыҙ бар икән, хәҙер үк эш итегеҙ.
Был иҡтисадты бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалдырырға була тигәнде аңлатмай. Клиенттар ҙа, инвесторҙар ҙа ҡыҫынҡылыҡты тоясаҡ. Клиенттарҙың аҡса яғы насарая төшөүе мотлаҡ проблема түгел: бынан хатта отоп та ҡала алаһығыҙ, сөнки аҡсаны һаҡларға ярҙам итеүсе нәмәләр яһай алаһығыҙ. Стартаптар йыш ҡына продукцияны арзаныраҡ яһай, шуға күрә был йәһәттән рецессия осоронда сәскә атыу өсөн улар ҙур компанияларға ҡарағанда яҡшыраҡ шарттарҙа тора.
Инвесторҙар — ҙурыраҡ проблема. Стартаптарға, ғәҙәттә, тышҡы инвестицияларҙың билдәле бер өлөшөн йәлеп итергә кәрәк була, ә ауыр замандарҙа инвесторҙар аҡса һалырға бик ашыҡмай. Улар былай эшләргә тейеш түгел. Барыһы ла белә: заман насар булғанда һатып алырға, ә заман яҡшы саҡта һатырға кәрәк. Ләкин, әлбиттә, инвестициялауҙың интуицияға ҡаршы булыуының сәбәбе шунда: акциялар баҙарында яҡшы ваҡыт тип барыһы ла «һатып алыр мәл етте» тип уйлаған осор һанала. Дөрөҫ эш итеү өсөн дөйөм фекергә ҡаршы барырға кәрәк, ә бындай сифат бары тик инвесторҙарҙың аҙсылығына ғына хас.
Шулай итеп, 1999 йылда инвесторҙар насар стартаптарға аҡса һалыу өсөн бер-береһен төртөп йөрөгән кеүек, 2009 йылда улар, моғайын, хатта яҡшыларына ла аҡса һалырға ҡурҡасаҡ.
Һеҙгә быға яраҡлашырға тура киләсәк. Ләкин был яңылыҡ түгел: стартаптарға һәр ваҡыт инвесторҙарҙың көйһөҙлөктәренә яраҡлашырға тура килә. Теләһә ниндәй иҡтисад осорондағы теләһә ҡайһы нигеҙ һалыусынан инвесторҙарҙы тотороҡһоҙ тип атар инегеҙме тип һорағыҙ, һәм уның йөҙөнә ҡарағыҙ. Уҙған йылда һеҙгә стартапығыҙҙың нисек вирусланыуын аңлатырға әҙер булырға кәрәк ине. Киләһе йылда иһә уның көрсөккә нисек сыҙам булыуын төшөндөрөргә тура киләсәк.
(Был ике сифат та яҡшы. Инвесторҙарҙың хатаһы — улар ҡулланған критерийҙарҙа түгел, ә ҡалғандарын ситкә ҡағып, гел генә берәүһенә генә иғтибар бүлеүҙәрендә.)
Бәхеткә күрә, стартапты көрсөккә сыҙамлы итеүҙең юлы — нисек тә эшләргә тейеш булған нәмәне теүәл үтәү: уны мөмкин тиклем арзан тотоу. Күп йылдар буйы мин нигеҙ һалыусыларға уңышҡа илтеүсе иң ышаныслы юл — корпоратив донъяның тараҡандары булыу тип килдем. Стартаптың һәләк булыуының төп сәбәбе — һәр ваҡыт аҡса бөтөү. Шуға күрә компанияғыҙҙы тотоу ни тиклем арзаныраҡ булһа, уны юҡ итеү ҙә шул тиклем ҡыйыныраҡ. Бәхеткә күрә, стартапты алып барыу хәҙер бик арзанға төшә. Рецессия булһа, ул уны тағы ла арзаныраҡ итәсәк.
Әгәр ысынлап та «ядро ҡышы» еткән икән, хатта эшегеҙҙә ҡалыуға ҡарағанда ла тараҡан булыу хәүефһеҙерәк булыуы мөмкин. Клиенттар инде һеҙҙең хеҙмәттәрҙе түләй алмаһа, яйлап берәм-берәм китергә мөмкин, әммә һеҙ уларҙың барыһын да бер юлы юғалтмаясаҡһығыҙ; баҙарҙарҙа «штатты ҡыҫҡартыу» тигән нәмә юҡ.
Әгәр ҙә һеҙ стартап башлар өсөн эшегеҙҙе ташлаһағыҙ, ә ул барып сыҡмаһа һәм һеҙ башҡа эш таба алмаһағыҙ ни булыр? Һатыу йәки маркетинг өлкәһендә эшләһәгеҙ, был ысынлап та проблема булыуы мөмкин. Был тармаҡтарҙа насар иҡтисад осоронда яңы эш табыу айҙарға һуҙылырға мөмкин. Ләкин хакерҙар күпкә хәрәкәтсәнерәк. Яҡшы хакерҙар һәр ваҡыт ниндәй ҙә булһа эш таба ала. Был һеҙҙең хыялығыҙҙағы эш булмаҫҡа ла мөмкин, әммә аслыҡтан үлмәйәсәкһегеҙ.
Ауыр замандарҙың тағы бер өҫтөнлөгө — конкуренцияның аҙ булыуы. Технология поездары станциянан теүәл ваҡыт арауыҡтары менән ҡуҙғалып тора. Әгәр ҡалғандар мөйөшкә боҫоп ултырһа, бөтә вагон бер үҙегеҙгә ҡалыуы мөмкин.
Һеҙ үҙегеҙ ҙә — инвестор. Нигеҙ һалыусы булараҡ, һеҙ үҙ хеҙмәтегеҙ менән акциялар һатып алаһығыҙ: Ларри менән Сергейҙың шундай бай булыуы уларҙың тиҫтәләрсә миллиард долларлыҡ эш башҡарыуында ғына түгел, ә Google-дың тәүге инвесторҙары булыуында. Һәм теләһә ниндәй инвестор кеүек үк, заман насар саҡта һатып алырға кәрәк.
Бер нисә абзац элек, мин баҙарҙар насар булған саҡта инвесторҙарҙың стартаптарға аҡса һалырға теләмәүе тураһында яҙғанда, ҡасан да булһа улар тап ошо ваҡытта һатып алырға тейеш булһа ла, «ахмаҡ инвесторҙар» тип ризалашып баш ҡаҡтығыҙмы? Эйе, нигеҙ һалыусылар ҙа уларҙан әллә ни яҡшы түгел. Заман ауырайғас, хакерҙар аспирантураға уҡырға китә. Һәм был юлы ла шулай буласағына шик юҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, алдағы абзацты дөрөҫ иткән нәмә — уҡыусыларҙың күпселеге быға ышанмаясаҡ, кәм тигәндә шуға ярашлы эш итмәйәсәк.
Шуға күрә, бәлки, рецессия стартап башлар өсөн яҡшы ваҡыттыр. Конкуренцияның булмауы кеүек өҫтөнлөктәрҙең икеләнгән инвесторҙар кеүек етешһеҙлектәрҙе ҡаплай алыу-алмауын әйтеүе ҡыйын. Ләкин нисек кенә булһа ла, бының ҙур айырмаһы юҡ. Төп мәсьәлә — кешеләрҙә. Ә билдәле бер технология өҫтөндә эшләгән билдәле бер кешеләр төркөмө өсөн эш итер ваҡыт — һәр ваҡыт хәҙер.