Билдәле ғалимдарҙың биографияларында уларҙың хаталарын төшөрөп ҡалдырырға тырышҡандары арҡаһында, беҙ уларҙың ниндәй кимәлдә тәүәккәллеккә (ҡурҡынысҡа) барырға әҙер булғандарын баһалап бөтмәйбеҙ. Ә билдәле ғалим хата булмаған нимә генә эшләһә лә, ул хәҙер дөйөм ҡабул ителгән хәҡиҡәткә әйләнгәнлектән, ул һайлауҙар ҙа ҡурҡыныс күренмәй.
Мәҫәлән, Ньютондың биографияларында, аңлашылыуынса, алхимия йәки дин тәғлимәтенә (теологияға) ҡарағанда физикаға күберәк иғтибар бүленә. Беҙҙә, уның хатаһыҙ зиһене уны туранан-тура башҡа бер кем дә күрмәгән хәҡиҡәттәргә алып килгән, тигән тәьҫорат тыуа. Ә уның алхимия һәм дин тәғлимәтенә сарыф иткән барлыҡ ваҡытын нисек аңлатырға? Ну, аҡыллы кешеләр йыш ҡына ниндәйҙер кимәлдә сәйер (аҡылдан шашҡан) була бит.
Ләкин, бәлки, ябайыраҡ аңлатма ла барҙыр. Бәлки, аҡыллылыҡ менән сәйерлек беҙ уйлағандай бер-береһенән айырылғыһыҙ булмағандыр. Физика беҙгә шөғөлләнеү өсөн өмөтлө тармаҡ, ә алхимия менән дин тәғлимәте — ваҡытты бушҡа уҙғарыу кеүек күренә. Ләкин был бары тик эштәрҙең нисек килеп сыҡҡанын белгәнгә күрә генә шулай. Ньютон заманында был өс мәсьәлә лә яҡынса бер тигеҙ өмөтлө булып күренгән. Беҙ хәҙер физика тип атаған нәрсәне уйлап табыу ниндәй һөҙөмтә бирәсәген ул саҡта бер кем дә белмәгән; белһәләр, уның менән күберәк кеше шөғөлләнер ине. Ә алхимия һәм теология ул ваҡытта әле Марк Андриссен «ысын булһа, ҙур шартлау» тип тасуирларлыҡ категорияла булған.
Ньютон өс ставка яһаған. Уларҙың береһе аҡланған. Ләкин уларҙың барыһы ла ҡурҡыныс (хәүефле) булған.