Яҙғандарығыҙҙы күберәк кеше уҡыһын өсөн бына һеҙгә ябай бер ысул: һөйләү телендә яҙығыҙ.
Күпселек кеше яҙа башлау менән ниҙер үҙгәрә. Дуҫы менән һөйләшкәндә ҡулланмаған бөтөнләй башҡа телдә яҙа башлайҙар. Һөйләмдәр төҙөлөшө, хатта һүҙҙәр үҙгәрә. Инглиз телендә бер кем дә һөйләшкәндә «pen» (ҡәләм менән яҙыу) һүҙен ҡылым сифатында ҡулланмай. Дуҫың менән һөйләшкәндә «write» (яҙыу) урынына «pen» тип әйтһәң, үҙеңде ахмаҡ кеүек тойор инең.
Минең өсөн һуңғы тамсы булған нәмә — бер нисә көн элек уҡыған ошо һөйләм булды:
Үҙгәреүсән холҡло испаниялы үҙе белдерҙе: «Альтамиранан һуң барыһы ла — көрсөк».
Был Нил Оливерҙың (Neil Oliver) A History of Ancient Britain китабынан. Был китапты миҫал итеп килтереүемә уңайһыҙланып та ҡуям, сөнки ул башҡа бик күптәренән яманыраҡ түгел. Ләкин дуҫығыҙ менән һөйләшкәндә Пикассоны «үҙгәреүсән холҡло испаниялы» тип атауығыҙҙы күҙ алдына килтерегеҙ әле. Һөйләшеүҙә хатта бер ошондай һөйләм дә ғәжәпләнеү тыуҙырыр ине. Ә кешеләр бындай телдә тотош китаптар яҙа.
Ярай, яҙма тел менән һөйләү теле айырыла, ти. Был яҙма телде насарыраҡ итәме?
Әгәр ҙә кешеләр яҙғанығыҙҙы уҡыуын һәм аңлауын теләһәгеҙ — эйе. Яҙма тел ҡатмарлыраҡ, шуға күрә уны уҡыуы ла ауырыраҡ. Ул шулай уҡ рәсмиерәк һәм һалҡыныраҡ, был иһә уҡыусының иғтибары таралыуына юл ҡуя. Ләкин иң яманы шулдыр, моғайын: ҡатмарлы һөйләмдәр һәм ялтырауыҡ һүҙҙәр һеҙгә — яҙыусыға — ысынында әйткәнгә ҡарағанда күберәк мәғәнә белдерәм тигән ялған тойғо бирә.
Ҡатмарлы фекерҙәрҙе белдереү өсөн ҡатмарлы һөйләмдәр кәрәкмәй. Ҡайһы бер тәрән фәнни өлкә белгестәре үҙ өлкәһендәге идеялар тураһында бер-береһе менән һөйләшкәндә, төшкө ашҡа нимә ашау тураһында һөйләшкәнгә ҡарағанда ҡатмарлыраҡ һөйләмдәр ҡулланмай. Әлбиттә, улар башҡа һүҙҙәр ҡуллана. Ләкин уларҙы ла кәрәгенән артыҡ ҡулланмайҙар. Минең тәжрибәмдән күренеүенсә, тема ни тиклем ауырыраҡ булһа, белгестәр шул тиклем ябайыраҡ һөйләшә. Бер яҡтан, минеңсә, сөнки уларҙың үҙҙәрен иҫбатларға кәрәклеге әҙерәк, икенсе яҡтан, һин фекер алышҡан идеялар ни тиклем ҡатмарлыраҡ булһа, телдең кәртә булыуына шул тиклем аҙыраҡ юл ҡуя алаһың.
Иркен, ябай тел — ул фекерҙәрҙең спорт кейеме ул.
Мин һөйләү теле һәр ваҡыт иң яҡшыһы тип әйтмәйем. Шиғриәт — текст кеүек үк көй ҙә, шуға күрә унда ябай һөйләшеүҙә әйтмәйәсәк нәмәләрҙе әйтергә мөмкин. Прозала ла ҡупшы тел ҡулланып, оҫта яҙа алған бер нисә яҙыусы бар. Һәм, әлбиттә, яҙыусылар үҙҙәренең нимә әйткәнен еңел генә аңлауҙарын теләмәгән осраҡтар ҙа була — мәҫәлән, насар яңылыҡтар тураһында корпоратив белдереүҙәрҙә йәки гуманитар фәндәрҙең нығыраҡ яһалма, ялған өлөшөндә. Әммә башҡа бөтә кеше өсөн тиерлек һөйләү теле күпкә яҡшыраҡ.
Күпселек кешегә һөйләү телендә яҙыу ауыр кеүек тойола. Шуға күрә иң яҡшы хәл итеү юлы — тәүге вариантты ғәҙәттәгесә яҙыу, ә шунан һуң һәр һөйләмгә ҡарап: «Дуҫым менән һөйләшкәндә ошолай әйтер инемме?» — тип һорау. Әгәр юҡ икән, нимә әйтер инегеҙ, шуны күҙ алдына килтерегеҙ һәм шуны ҡулланығыҙ. Күпмелер ваҡыттан һуң был һөҙгөс һеҙ яҙған ваҡытта уҡ эшләй башлар. Һеҙ үҙегеҙ әйтмәйәсәк нәмәне яҙған саҡта, уның ҡағыҙға тейеп сыңлаған тауышын ишетерһегеҙ.
Яңы эссене баҫтырып сығарыр алдынан мин уны ҡысҡырып уҡыйым һәм йәнле һөйләшеүгә оҡшамаған бөтә нәмәне төҙәтәм. Хатта әйтелеше уңайһыҙ булған өҙөктәрҙе лә төҙәтәм; бының кәрәклеген белмәйем, ләкин ул күп көс талап итмәй.
Был алым һәр саҡ етерлек булмаҫҡа ла мөмкин. Мин һөйләү теленән шул тиклем алыҫ яҙылған текстарҙы күрҙем, уларҙы һөйләмләп төҙәтеп булмай ине. Бындай осраҡтар өсөн ҡырҡыуыраҡ сара бар. Беренсе вариантты яҙғандан һуң, яңы ғына нимә яҙғанығыҙҙы дуҫығыҙға аңлатып ҡарағыҙ. Һуңынан ҡараламаны дуҫығыҙға һөйләгән һүҙҙәрегеҙ менән алмаштырығыҙ.
Кешеләр миңә эсселарымдың нәҡ минең һөйләшеүемә оҡшауы тураһында йыш әйтә. Бының иғтибарға лайыҡ булып күренеүе кешеләрҙең һөйләү телендә ни тиклем һирәк яҙа алыуын күрһәтә. Юғиһә һәр кемдең яҙғаны уның һөйләшкән тауышы кеүек яңғырар ине.
Әгәр һөйләү телендә яҙа алһағыҙ ғына ла, һеҙ яҙыусыларҙың 95%-ынан алда булырһығыҙ. Быны эшләүе бик ябай: дуҫығыҙға әйтерлек булмаһа, һөйләмде яҙмағыҙ ҙа ҡуйығыҙ.
Был яҙманың ҡараламаларын уҡып сыҡҡандары өсөн Патрик Коллисон (Patrick Collison) менән Джессика Ливингстонға (Jessica Livingston) рәхмәт белдерәм.