Эссе ниндәй булырға тейеш? Күптәр: «ышандырырлыҡ», — тип әйтер. Күбебеҙҙе эссе шундай булырға тейеш тип өйрәттеләр. Ләкин, минеңсә, беҙ ҙурыраҡ маҡсатҡа ынтыла алабыҙ: эссе файҙалы булырға тейеш.
Иң тәүҙә был уның дөрөҫ булырға тейешлеген аңлата. Ләкин дөрөҫ булыу ғына етмәй. Берәй раҫлауҙы аңлайышһыҙ, тоноҡ итеп ҡуйыу аша дөрөҫ итеүе еңел. Был, мәҫәлән, академик яҙмаларҙа киң таралған етешһеҙлек. Әгәр һеҙ ниндәй ҙә булһа мәсьәлә тураһында бер нәмә лә белмәйһегеҙ икән: «был мәсьәлә ҡатмарлы, иҫәпкә алырға кәрәк булған факторҙар күп, уға артыҡ ябай ҡарау хата булыр ине» һәм башҡа шундай һүҙҙәр менән яңылышмай ҡала алаһығыҙ.
Был раҫлауҙар һис шикһеҙ дөрөҫ булһа ла, уҡыусыға бер нәмә лә бирмәй. Файҙалы яҙма ялғанға әйләнмәйсә мөмкин тиклем иң көслө булған раҫлауҙар яһай.
Мәҫәлән, Пайкс-Пик түбәһе Колорадоның уртаһына яҡын урынлашҡан тип әйтеү, уның Колорадоның ҡайҙалыр бер ерендә ятыуы тураһында әйтеүгә ҡарағанда файҙалыраҡ. Ләкин мин уны теүәл Колорадо үҙәгендә тип әйтһәм, артыҡ төкөп ебәрәм, сөнки ул үҙәктән бер аҙ көнсығыштараҡ ята.
Теүәллек менән дөрөҫлөк бер-береһенә ҡаршы торған көстәр кеүек. Береһен иғтибарһыҙ ҡалдырһаң, икенсеһен ҡәнәғәтләндереүе еңел. Буш академик яҙыуҙың кире яғы — демагогтарҙың ҡыйыу, ләкин ялған риторикаһы. Файҙалы яҙма иһә — ҡыйыу, ләкин хаҡ.
Уның шулай уҡ тағы ике сифаты бар: ул кешеләргә мөһим нәмәне еткерә, һәм был нәмәне уларҙың кәм тигәндә бер өлөшө быға тиклем белмәгән була.
Кешеләргә улар белмәгән нәмәне әйтеү һәр ваҡыт уларҙы аптыратыу тигәнде аңлатмай. Ҡайһы саҡта был уларҙың аң аҫтында белгән, ләкин бер ҡасан да һүҙ менән әйтеп бирмәгән нәмәһен аңлатыуҙы белдерә. Ысынында иһә, был иң ҡиммәтле төшөнөүҙәр булырға мөмкин, сөнки улар нигеҙлерәк булыусан.
Барыһын бергә туплайыҡ. Файҙалы яҙма кешеләргә улар белмәгән мөһим һәм хаҡ нәмәне һөйләй, һәм быны мөмкин тиклем асыҡ, икеләнеүһеҙ еткерә.
Иғтибар итегеҙ, былар барыһы ла дәрәжәгә бәйле. Мәҫәлән, ниндәйҙер фекерҙең бөтә кеше өсөн дә яңы булыуын көтә алмайһығыҙ. Һеҙҙең уйығыҙға килгән теләһә ниндәй төшөнөү донъялағы 7 миллиард кешенең кәм тигәндә береһендә элек үк тыуған булғандыр инде. Ләкин идея күп кенә уҡыусылар өсөн яңы булһа, шул етә.
Дөрөҫлөк, мөһимлек һәм көскә ҡарата ла шул уҡ хәл. Асылда, был дүрт компонент файҙалылыҡ баһаһын алыу өсөн бер-береһенә ҡабатлай торған һандар кеүек. Аңлайым, был сағыштырыу артыҡ ябайлаштырылған кеүек, шулай ҙа ул дөрөҫ.
_____
Әйткән фекерҙәрегеҙҙең дөрөҫ, яңы һәм мөһим булыуын нисек тәьмин итергә? Ышанаһығыҙмы, юҡмы — бының бер сере бар. Мин уны дуҫым Роберт Морристан өйрәндем, ул берәй ахмаҡ һүҙ әйтеүҙән ҡото оса торған кеше. Уның сере — ишетеүгә лайыҡлы булыуына шикһеҙ ышанмаһа, бер ни ҙә әйтмәү. Ошо сәбәпле унан фекер алыуы ҡыйын, ләкин һүҙ әйтһә, ул ғәҙәттә дөрөҫ була.
Эссе яҙыуға күсергәндә, был түбәндәгене аңлата: насар һөйләм яҙһағыҙ, уны баҫтырмайһығыҙ. Уны юйҙыраһығыҙ ҙа яңынан яҙып ҡарайһығыҙ. Йыш ҡына дүрт-биш абзацтан торған тотош тармаҡтарҙы ташларға тура килә. Ҡайһы саҡта — тотош эссене.
Башығыҙға килгән һәр идеяның яҡшы булыуын тәьмин итә алмайһығыҙ, ләкин баҫтырып сығарған һәр идеяғыҙҙың яҡшы булыуын тәьмин итә алаһығыҙ — бының өсөн насарҙарын баҫтырмау ҙа етә.
Фәндә быны «баҫманың бер яҡлылығы» (publication bias) тип атайҙар һәм кире күренеш тип иҫәпләйҙәр. Берәй гипотезаны тикшергәндә һөҙөмтәләр аныҡ булмаһа, был турала ла кешеләргә еткерергә тейешһегеҙ. Әммә эссе яҙыуҙа ошондай һайлап баҫтырыу — иң дөрөҫ юл.
Минең стратегиям: башта иркен, аҙаҡ ҡаты. Эссенең тәүге вариантын мин бөтә төрлө идеяларҙы һынап ҡарап, тиҙ генә яҙам. Аҙаҡ көндәр буйы уны ентекләп үҙгәртеп яҙыуға бағышлайым.
Эсселарымды нисә тапҡыр ҡабатлап уҡыуымды һанап ҡарағаным юҡ, ләкин баҫтырыр алдынан 100 тапҡыр уҡып сыҡҡан һөйләмдәрем барлығына шигем юҡ. Эссене тикшергәндә, ғәҙәттә күҙгә соҡоп торған оҡшамаған урындар була: ҡайһы бере тупаҫ яҙылғанға, ҡайһы бере уларҙың дөрөҫлөгөнә шикләнгәнгә күрә. Был күңелһеҙлек башта аңһыҙ рәүештә башлана, ләкин унынсы тапҡыр уҡығандан һуң, шул урынға еткән һайын: «Эх, тағы ошо урын», — тип әйтә башлайһың. Улар яныңдан үтеп барғанда еңеңә йәбешкән репейник кеүек була. Ғәҙәттә мин бөтә ошондай урындар юҡҡа сыҡҡансы — бер нәмәгә лә бәйләнмәйенсә тотош текст иркен уҡылғансы — эссене баҫтырмайым.
Әгәр башҡаса әйтеү юлын таба алмаһам, уңышһыҙыраҡ тойолған һөйләмде ҡайһы саҡ ҡалдырыуым ихтимал, ләкин дөрөҫ түгел һымаҡ күренгән һөйләмде бер ҡасан да белә тороп үткәрмәйәсәкмен. Быға мохтажлыҡ та юҡ. Әгәр һөйләм дөрөҫ түгел һымаҡ тойолһа, ни өсөн улай икәнен үҙеңдән һорауың да етә — ғәҙәттә уның урынына ҡуйырлыҡ яуап башыңда уҡ барлыҡҡа килә.
Бына ошонда эссе яҙыусылар журналистарҙан өҫтөнлөккә эйә. Һеҙҙең ваҡыт сикләүегеҙ (дедлайн) юҡ. Эссене дөрөҫ килеп сыҡһын өсөн кәрәк булған тиклем оҙаҡ эшләргә мөмкин. Әгәр яйға һала алмайһығыҙ икән, уны бөтөнләй баҫтырмаҫҡа ла була. Сикһеҙ ресурстары булған дошман алдында хаталар ҡурҡып сигенә кеүек тойола. Йәки шулай тойолоп китә. Ысынында иһә, һеҙҙең үҙегеҙгә ҡарата талаптарығыҙ башҡаса. Һеҙ балаһына «йәшелсәңде ашап бөтмәйенсә бөтә төндө бында ултыра алабыҙ» тип әйткән ата-әсәгә оҡшайһығыҙ. Тик был осраҡта бала ла үҙегеҙ булаһығыҙ.
Мин бер хата ла үтеп китмәй тип әйтмәйем. Мәҫәлән, мин «Тиҫкәре ҡарашты (bias) асыҡлау юлы» эссемдә уҡыусылар күрһәткәндән һуң (c) шартын өҫтәнем, сөнки уны төшөрөп ҡалдырған булғанмын. Ләкин ғәмәлдә һеҙ уларҙың барыһын тиерлек тота алаһығыҙ.
Мөһимлеккә өлгәшеүҙең дә үҙ сере бар. Был йәш стартапсыларға идея табыу өсөн тәҡдим иткән ысулыма оҡшаш: үҙегеҙ теләгән берәй нәмәне эшләү. Һеҙ уҡыусы урынына үҙегеҙҙе ҡуя алаһығыҙ. Уҡыусы һеҙҙән бөтөнләй үк айырылмай, шуға күрә үҙегеҙгә мөһим булып күренгән темалар тураһында яҙһағыҙ, улар уҡыусыларҙың байтаҡ өлөшөнә лә мөһим күренәсәк.
Мөһимлектең ике факторы бар. Был — ниндәйҙер нәмәнең нисә кеше өсөн әһәмиәтле булыуы һәм шул нәмәнең улар өсөн күпме дәрәжәлә әһәмиәтле булыуына ҡабатландығы. Был, әлбиттә, тура дүртмөйөш түгел, ә Риман суммаһы кеүек тешле таяҡсаларҙан торған тараҡ һымаҡ нәмә икәнен аңлата.
Яңылыҡҡа өлгәшеү юлы — күп уйланған темалар тураһында яҙыу. Ул саҡта был өлкәлә лә уҡыусы урынына үҙегеҙҙе ҡуя алаһығыҙ. Тема тураһында күп уйланған һеҙҙе аптыратҡан теләһә ниндәй яңылыҡ, моғайын, уҡыусыларҙың байтаҡ өлөшөн дә ғәжәпләндерәсәк. Бында ла, дөрөҫлөк һәм мөһимлектәге кеүек, быны тәьмин итеү өсөн Моррис техникаһын ҡуллана алаһығыҙ. Эссе яҙыу барышында үҙегеҙ яңы бер нәмәгә лә өйрәнмәһәгеҙ, уны баҫтырмағыҙ.
Яңылыҡты баһалау өсөн баҫалҡылыҡ кәрәк, сөнки идеяның яңылығын таныу — элек уны белмәүегеҙҙе таныуҙы аңлата. Үҙ-үҙеңә ышаныс һәм тыйнаҡлыҡ йыш ҡына ҡапма-ҡаршы төшөнсәләр булып күренә, ләкин был осраҡта, башҡа бик күптәрҙәге кеүек, ышаныс баҫалҡы булырға ярҙам итә. Әгәр берәй тема буйынса белгес булыуығыҙҙы белһәгеҙ, белмәгән нәмәне яңы аңлап алғанығыҙҙы иркен таный алаһығыҙ, сөнки башҡаларҙың күбеһе лә быны белмәүенә ышанаһығыҙ.
Файҙалы яҙманың дүртенсе өлөшө — көс — ике нәмәнән килә: яҡшы уйлау һәм аныҡлауҙарҙы (qualification) оҫта ҡулланыу. Был икәүһе механик тапшыру ҡумтаһы булған машиналағы газ менән сцепление кеүек, бер-береһен баланслап тора. Идеяны белдереүҙе аныҡлаштырған һайын, һеҙ аныҡлауҙы ла шуға ярашлы яйлайһығыҙ. Үҙегеҙ тулыһынса ышанған нәмәне бер ниндәй аныҡлауһыҙ туранан-тура әйтә алаһығыҙ, мин файҙалы яҙманың дүрт компоненты менән шулай эшләнем. Ә бына шикле күренгән фекерҙәрҙе «бәлки» тигән һүҙҙәр менән үҙеңдән бер аҙ ситтәрәк тоторға кәрәк.
Идеяны шымартҡан һайын, һеҙ аныҡлауҙарҙы кәметеү яғына ынтылаһығыҙ. Ләкин уларҙы нулгә төшөрөү һирәк кенә насип була. Ҡайһы саҡта был хатта кәрәк тә түгел, әгәр ул өҫтәмә фекер булһа һәм уны тулыһынса аныҡлау тексты артыҡ оҙайтып ебәрһә.
Ҡайһы берәүҙәр аныҡлауҙар яҙманы көсһөҙләндерә тип һанай. Мәҫәлән, эсселағы һөйләмде бер ҡасан да «минеңсә» тип башларға ярамай, сөнки уны үҙегеҙ әйтәһегеҙ икән, был һеҙҙең фекер булыуы аңлашыла, тиҙәр. Һәм был дөрөҫ: «минеңсә, x» тигән һүҙ ябай ғына «x» тигәндән көсһөҙөрәк раҫлау. Ләкин тап ошо сәбәпле һеҙгә «минеңсә» тигән һүҙ кәрәк тә инде. Ул һеҙгә ышаныс кимәлегеҙҙе белдереү өсөн кәрәк.
Ләкин аныҡлауҙар — скаляр түгел. Улар ябай ғына тәжрибә хатаһы түгел. Улар белдерә алған кәм тигәндә 50 төрлө мәғәнә бар: фекерҙең ни дәрәжәлә киң ҡулланылыуы, уны ҡайҙан белеүегеҙ, уның шулай булыуына ни тиклем шат булыуығыҙ, хатта уның хата икәнен нисек иҫбатлап булыуы. Мин бында аныҡлауҙарҙың төҙөлөшөн тикшереп ултырмаясаҡмын. Ул бәлки тотош файҙалы яҙыу темаһынан да ҡатмарлыраҡтыр. Киреһенсә, мин һеҙгә ғәмәли кәңәш кенә бирермен: аныҡлауҙарҙы түбәнһетмәгеҙ. Был үҙенсә мөһим оҫталыҡ, ялған һүҙ әйтмәҫ өсөн түләргә тейешле ниндәйҙер һалым ғына түгел. Шуға күрә уның барлыҡ мөмкинлектәрен өйрәнегеҙ һәм ҡулланығыҙ. Был яҡшы идеяларға эйә булыуҙың тап яртыһы булмаһа ла, уларҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө.
Эссе яҙғанда ынтылған тағы бер сифатым бар: фекерҙәрҙе мөмкин тиклем ябай әйтеү. Ләкин мин быны файҙалылыҡтың бер өлөшө тип иҫәпләмәйем. Был күберәк уҡыусыға ҡарата иғтибарлыҡ мәсьәләһе. Шулай уҡ эште дөрөҫ итеү өсөн ғәмәли ярҙам; хата ябай телдә әйтелгәндә нығыраҡ күҙгә ташлана. Ләкин шуны таныйым: ябай яҙыуымдың төп сәбәбе уҡыусы хаҡына йәки дөрөҫ булырға ярҙам иткәнгә түгел, ә кәрәгенән артыҡ йәки ҡатмарлы һүҙҙәр ҡулланыу күңелемде ҡырғанға күрә. Был артыҡ оҙон яҙылған программа кеүек зәуыҡһыҙ күренә.
Аңлайым, ҡайһы берәүҙәр өсөн сәскәле, ҡатмарлы тел яҡшы эшләй. Ләкин үҙегеҙҙең шуларҙың береһе булыуығыҙға шикһеҙ ышанмаһағыҙ, иң яҡшы кәңәш — мөмкин тиклем ябай яҙыу.
_____
Мин биргән формула — мөһимлек + яңылыҡ + дөрөҫлөк + көс — яҡшы эссе өсөн кәрәкле рецепт тип ышанам. Ләкин һеҙҙе киҫәтергә тейешмен: был шулай уҡ кешеләрҙең асыуын сығарыу рецепты ла.
Проблеманың төбө — яңылыҡта. Кешеләргә улар белмәгән нәмәне әйткәндә, улар бының өсөн һәр саҡ рәхмәт әйтмәй. Ҡайһы саҡта кешеләрҙең берәй нәмәне белмәүенең сәбәбе — уны белергә теләмәүҙәрендә. Ғәҙәттә был уларҙың ҡәҙерле берәй инаныуына ҡаршы килгәнгә күрә була. Ысынында иһә, яңы идеялар эҙләһәгеҙ, киң таралған, ләкин хаталы инаныуҙар — уларҙы табыу өсөн яҡшы урын. Һәр киң таралған яңылыш инаныу үҙ тирәләй сағыштырмаса өйрәнелмәгән идеяларҙың үле зонаһын булдыра, сөнки был идеялар уға ҡаршы төшә.
Көс компоненты хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра ғына. Кешеләрҙе үҙҙәренең яратҡан күҙаллауҙарына ҡаршы төшөүҙән дә нығыраҡ асыуландырған берәй нәмә булһа, ул — был ҡараштарҙы ҡәтғи рәүештә кире ҡағыу.
Бынан тыш, әгәр һеҙ Моррис техникаһын ҡулланһағыҙ, яҙмағыҙ бик ышаныслы күренәсәк. Һеҙҙең менән килешмәгән кешеләр өсөн хатта рәнйетерлек кимәлдә ышаныслылыр. Ышаныслы күренеүегеҙҙең сәбәбе шунда: һеҙ ысынлап та ышанаһығыҙ — һеҙ үҙегеҙ ныҡ белгән нәмәләрҙе генә баҫтырып хәйләләнегеҙ. Һеҙҙең менән бәхәсләшергә тырышҡан кешеләргә хатағыҙҙы бер ҡасан да танымайһығыҙ кеүек күренәсәк. Ысынында иһә һеҙ хаталарығыҙҙы даими таныйһығыҙ. Тик быны баҫтырғандан һуң түгел, баҫтырыр алдынан эшләйһегеҙ.
Әгәр яҙмағыҙ мөмкин тиклем ябай булһа, был хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Ҡыҫҡалыҡ — бойороҡ теленең билдәһе. Түбәнерәк дәрәжәлә торған кешенең күңелһеҙ хәбәр еткергәнен күҙәтһәгеҙ, уның бәрелеүҙе йомшартыр өсөн бик күп һүҙҙәр ҡулланыуын күрерһегеҙ. Ә кемгәлер ҡыҫҡа яуап биреү — тупаҫлыҡ күрһәтеүгә бәрәбәр.
Ҡайһы берҙә үҙегеҙ уйлағандан күрә аңлы рәүештә көсһөҙөрәк әйтемдәр ҡулланыу файҙа бирә ала. Үҙегеҙ ныҡ ышанған нәмә алдына «бәлки» тип өҫтәү ярҙам итә. Ләкин яҙыусылар быны эшләгәндә, ғәҙәттә күҙ ҡыҫып ҡуйғандай иткәнен күрерһегеҙ.
Мин быны артыҡ күп эшләргә яратмайым. Бөтә эссе буйына мыҫҡыллы, ирониялы тон һаҡлау — осһоҙ ысул. Минеңсә, зәуыҡлыҡ менән ҡыҫҡалыҡ бер үк нәмәнең ике төрлө атамаһы булыуы тураһындағы факт менән килешергә генә кәрәк.
Эссенең хатаһыҙ булыуын тәьмин итеү өсөн етәрлек тырышһағыҙ, уға һөжүм итеү мөмкин булмаясаҡ, тип уйларға мөмкинһегеҙ. Был бер ни ҡәҙәр дөрөҫ. Ул нигеҙле тәнҡиткә бирешмәйәсәк. Ләкин ғәмәлдә бынан йыуаныс аҙ.
Ысынында, файҙалы яҙыуҙың көс компоненты һеҙҙе боҙоп күрһәтеүгә айырыуса ҡаршылыҡһыҙ итәсәк. Әгәр һеҙ берәй идеяны хатаға әйләндермәйсә мөмкин булған иң көслө итеп әйткәнһегеҙ икән, башҡаларға әйткәнегеҙҙе бер аҙ ғына арттырып ебәреү ҙә етә — һәм ул хәҙер хатаға әйләнә лә ҡуя.
Күпселек ваҡытта улар быны белә тороп та эшләмәй. Эссе яҙа башлаһағыҙ, һеҙҙе иң ныҡ аптыратасаҡ нәмәләрҙең береһе: һеҙҙең менән килешмәгән кешеләр ғәмәлдә яҙған нәмәгеҙ менән һирәк бәхәсләшә. Киреһенсә, улар үҙҙәре һеҙҙең исемдән берәй фекер уйлап сығара ла, шуның менән килешмәй ята.
Нисек кенә булмаһын, быға ҡаршы сара — бындай кешенән һеҙ яҙған, ул хата тип иҫәпләгән теүәл бер һөйләмде йәки өзөктө килтереүен һәм ни өсөн шулай икәнен аңлатыуын һорау. Мин «нисек кенә булмаһын» тим, сөнки улар бер ҡасан да быны эшләмәйәсәк. Шуға күрә, был өҙөлгән фекер алышыуҙы кире эҙенә төшөрөр кеүек тойолһа ла, дөрөҫлөк шунда: ул башта уҡ үҙ эҙендә түгел ине.
Ихтимал булған яңылыш аңлауҙарҙы алдан уҡ киҫәтергә кәрәкме? Эйе, әгәр улар етерлек аҡыллы һәм изге ниәтле кеше яһай алырлыҡ яңылыш аңлауҙар булһа. Ысынында, фекерҙе бер ынтылыштан дөрөҫ итеп әйтергә тырышыуға ҡарағанда, башта бер аҙ яңылыштырырлыҡ итеп әйтеп, артынса төҙәтеү өҫтәү яҡшыраҡ булырға мөмкин. Был һөҙөмтәлерәк булыуы ихтимал, шулай уҡ бындай идеяның нисек асылыу барышын да күрһәтә ала.
Ләкин мин эссенең төп өлөшөндә аңлы рәүештә боҙоп күрһәтеүҙәрҙе алдан киҫәтергә кәрәк тип уйламайым. Эссе — намыҫлы уҡыусылар менән осрашыу урыны. Намыҫһыҙҙарҙан һаҡланыу өсөн тәҙрәләргә рәшәткә ҡуйып, өйөгөҙҙөң йәмен ебәргегеҙ килмәй бит. Аңлы боҙоп күрһәтеүҙәрҙән һаҡланыу урыны — аңлатмаларҙа (искәрмәләрҙә). Ләкин уларҙың барыһын да алдан белермен тип уйламағыҙ. Кешеләр ишетергә теләмәгән нәмәне әйткәндә һеҙҙең һүҙҙәрҙе боҙоп күрһәтеүгә нисек оҫта булһа, эшләргә теләгән, ләкин эшләргә ярамағанын белгән нәмәләрен аҡлар өсөн сәбәп табыуға ла шул тиклем оҫта. Минеңсә, был бер үк һәләт.
_____
Башҡа күп кенә нәмәләрҙәге кеүек, эссе яҙыуҙа оҫтарыуҙың юлы — күнегеүҙәр яһау. Ләкин нисек башларға? Файҙалы яҙыуҙың төҙөлөшөн ҡарап сыҡҡас, беҙ был һорауҙы анығыраҡ итеп бирә алабыҙ. Башта ниндәй сикләүҙе йомшартырға? Яуап — мөһимлектең беренсе өлөшөн: һеҙ яҙған нәмәгә битараф булмаған кешеләр һанын.
Әгәр теманы етәрлек дәрәжәлә тарайтһағыҙ, моғайын, үҙегеҙ белгес булған берәй нәмәне таба алырһығыҙ. Башта шул турала яҙығыҙ. Һеҙҙең яҙғанға ҡыҙыҡһынған ун ғына уҡыусығыҙ булһа ла, был бик яҡшы. Һеҙ уларға ярҙам итәһегеҙ һәм яҙаһығыҙ. Аҙағыраҡ һеҙ яҙған темаларҙың даирәһен киңәйтә алаһығыҙ.
Һеҙ йомшарта алған икенсе сикләү бер аҙ ғәжәпләндерерлек: баҫтырып сығарыу. Эссе яҙыу уларҙы мотлаҡ баҫтырырға тейеш тигәнде аңлатмай. Хәҙер һәр осраҡлы уйҙы баҫтырыу ғәҙәткә ингән заманда был сәйер күренергә мөмкин, ләкин был минең өсөн файҙа бирҙе. Мин 15 йыл самаһы дәфтәрҙәргә эссе тиерлек яҙмалар яҙҙым. Уларҙың береһен дә баҫтырманым һәм баҫтырырға уйламаным да. Мин уларҙы төрлө мәсьәләләрҙе төшөнөү, асыҡлау юлы итеп яҙҙым. Ләкин Интернет барлыҡҡа килгәндә, минең ҙур тәжрибәм бар ине инде.
Шуныһы ҡыҙыҡ, Стив Возняк та нәҡ шулай эшләгән. Урта мәктәптә уҡығанда ул үҙ күңеле өсөн ҡағыҙҙа компьютерҙар проектын эшләгән. Ул уларҙы төҙөй алмаған, сөнки кәрәкле деталдәрҙе һатып алырға аҡсаһы етмәгән. Ләкин 1975 йылда Intel 4K DRAM микросхемаларын сығарғас, ул әҙер ине инде.
_____
Әммә әле яҙылаһы нисә эссе ҡалған? Был һорауға яуап — эссе яҙыу тураһында белгән нәмәләремдең иң илһамландырғысылыр. Уларҙың барыһы тиерлек яҙылмай ҡалған әле.
Хәйер, эссе — иҫке жанр булһа ла, ул ныҡлы эшкәртелмәгән. Баҫма дәүерендә нәшер итеү ҡиммәткә төшә ине һәм шул тиклем күп эссе баҫтырыр өсөн талап та етәрлек түгел ине. Әгәр роман кеүек башҡа берәй өлкәлә яҙып киң танылған булһағыҙ ғына эссе баҫтыра ала инегеҙ. Йәки үҙ идеяларығыҙҙы белдереү өсөн файҙаланған китап рецензиялары яҙа ала инегеҙ. Ләкин эссеист булыуҙың тура юлы юҡ тиерлек ине. Был тигәнде аңлата: эсселар аҙ яҙылды, ә яҙылғандары тар ғына темаларға бағышланған була торғайны.
Хәҙер иһә интернет ярҙамында юл бар. Теләһә кем селтәрҙә эссе баҫтыра ала. Һеҙ, моғайын, билдәһеҙлектән башларһығыҙ, ләкин бер нигә ҡарамай башлай алаһығыҙ. Һеҙгә бер кемдең дә рөхсәте кәрәкмәй.
Ҡайһы саҡта ниндәйҙер белем өлкәһе ниндәйҙер үҙгәреш уны шартлатҡанға тиклем йылдар буйы тыныс ҡына ята. Криптография һандар теорияһы менән шулай эшләне. Интернет хәҙер эссе менән шуны уҡ эшләй.
Иң тулҡынландырғысы — яҙаһы нәмәнең күп ҡалыуы түгел, ә әле асаһы нәмәнең күп булыуы. Эссе яҙыу аша ғына иң яҡшы асыла торған идеялар төрө бар. Күпселек эсселар әле лә яҙылмаған икән, тимәк, бындай идеяларҙың күпселеге әле булһа асылмаған килеш ҡала бирә.
Иҫкәрмәләр
[1] Балконға кәртә ҡуйығыҙ, ләкин тәҙрәләргә рәшәткә ҡуймағыҙ.
[2] Хәҙер ҙә мин ҡайһы саҡта баҫтырыу өсөн тәғәйенләнмәгән эсселар яҙам. Y Combinator-ҙың ни эшләргә тейешлеген төшөнөр өсөн бер нисәне яҙғайным, һәм улар ысынлап та бик ярҙам итте.
Ошо яҙманың ҡараламаларын уҡып сыҡҡандары өсөн Тревор Блэквеллға, Дэниел Гэклға, Джессика Ливингстонға һәм Роберт Моррисҡа рәхмәтемде белдерәм.