(Бер хатҡа яуап биргән ваҡытта, мин осраҡлы рәүештә яҙыу хаҡында бәләкәй генә эссе яҙып ҡуйҙым. Ғәҙәттә мин эссе өҫтөндә бер нисә аҙна эшләйем. Быныһына 67 минут ваҡыт китте — 23 минуты яҙыуға, ә 44 минуты үҙгәртеп яҙыуға.)
Минеңсә, яҡшы яҙа белеү күпселек кеше уйлағандан күпкә мөһимерәк. Яҙыу фекерҙәрҙе еткереп кенә ҡалмай; ул уларҙы тыуҙыра. Әгәр һеҙ насар яҙһағыҙ һәм быны эшләргә яратмаһағыҙ, яҙыу тыуҙырыр булған фекерҙәрҙең күбеһен ҡулдан ысҡындырасаҡһығыҙ.
Яҡшы яҙыуға килгәндә, бына ҡыҫҡаса ҡағиҙәләр: 1-се насар вариантты мөмкин тиклем тиҙерәк яҙығыҙ; уны ҡат-ҡат үҙгәртеп яҙығыҙ; бөтә кәрәкмәгәнде һыҙып ташлағыҙ; һөйләү телендә яҙығыҙ; насар яҙманы танып белергә өйрәнегеҙ, шулай итеп һеҙ уны үҙегеҙҙең яҙмағыҙҙа күреп, төҙәтә аласаҡһығыҙ; үҙегеҙгә оҡшаған яҙыусыларға оҡшатып яҙығыҙ; башҡара алмаһағыҙ, нимә тураһында яҙырға йыйынғанығыҙҙы кемгәлер һөйләп бирегеҙ, шунан һуң һөйләгәндәрегеҙҙе яҙып алығыҙ; эсселағы фекерҙәрҙең 80%-ы яҙа башлағандан һуң тыуыр, ә башта уйлағандарығыҙҙың 50%-ы хата булып сығыр тип көтөгөҙ; ҡыҫҡартыу өсөн етерлек дәрәжәлә ҡыйыу булығыҙ; үҙегеҙ ышанған дуҫтарығыҙҙан яҙғанығыҙҙы уҡыуҙарын һәм ҡайһы урындары аңлайышһыҙ йәки һуҙылған булыуын әйтеүҙәрен һорағыҙ; ентекле пландар (һәр ваҡыт) төҙөмәгеҙ; яҙыр алдынан бер нисә көн фекерҙәрҙе мейегеҙҙә бешерә тороғоҙ; үҙегеҙ менән бәләкәй дәфтәр йәки ҡағыҙ киҫәге йөрөтөгөҙ; беренсе һөйләм башығыҙға килеү менән яҙа башлағыҙ; әгәр дедлайн һеҙҙе быға тиклем башларға мәжбүр итһә, иң тәүҙә иң мөһим һөйләмде яҙығыҙ; үҙегеҙгә оҡшаған нәмәләр тураһында яҙығыҙ; тәьҫирле күренергә тырышмағыҙ; юл ыңғайы теманы үҙгәртергә икеләнмәгеҙ; ситкә тайпылыштарҙы һылтанмаларға (сноскаларға) сығарығыҙ; һөйләмдәрҙе бер-береһенә бәйләү өсөн анафора ҡулланығыҙ; эсселарығыҙҙы ҡысҡырып уҡығыҙ, шулай итеп һеҙ (а) уңайһыҙ һүҙбәйләнештәрҙә ҡайҙа тотлоҡҡанығыҙҙы һәм (б) ҡайһы өлөштәренең күңелһеҙ булыуын (уҡырға ҡурҡҡан абзацтарығыҙҙы) күрерһегеҙ; уҡыусыға яңы һәм файҙалы нәмә әйтергә тырышығыҙ; етерлек ҙур ваҡыт бүлемдәре менән эшләгеҙ; яңынан башлағанда, эште ошоға тиклем булғанды ҡайтанан уҡып сығыуҙан башлағыҙ; эште тамамлағанда, үҙегеҙгә артабан башларға еңел булырлыҡ берәй нәмә ҡалдырығыҙ; файл аҫтында яҙырға йыйынған темалар буйынса яҙмалар туплағыҙ; уларҙың һәр береһен ҡағылып үтергә бурыслы икәнегеҙҙе тоймағыҙ; поп-йырҙарҙың насар машина радиоларында ла яҡшы яңғырарлыҡ итеп көйләнгәне кеүек, эссены һеҙ уҡыған тиклем ентекле уҡымаясаҡ уҡыусы өсөн яҙығыҙ; яңылыш берәй нәмә әйтһәгеҙ, уны шунда уҡ төҙәтегеҙ; дуҫтарығыҙҙан ҡайһы һөйләм өсөн иң ныҡ үкенәсәгегеҙҙе һорағыҙ; кире ҡайтып, ҡаты иҫкәрмәләрҙе йомшартығыҙ; яҙмаларҙы интернетта баҫтырығыҙ, сөнки аудитория һеҙҙе күберәк яҙырға, тимәк, күберәк фекер тыуҙырырға мәжбүр итә; ҡараламаларҙы экранда ғына ҡарап ултырмай, баҫтырып сығарығыҙ; ябай, төп һүҙҙәрҙе ҡулланығыҙ; көтөлмәгән яңылыҡтарҙы ситкә тайпылыуҙарҙан айырырға өйрәнегеҙ; тамамланыуҙың яҡынлашыуын таный белергә өйрәнегеҙ, һәм ул килеп сыҡҡас, уны эләктереп алығыҙ.